logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

Ҡәҙерле  китап уҡыусы дуҫтарыбыҙ!

«Ватандаш» журналының быйылғы  йылдың өсөнсө  һаны менән китапхананың  уҡыу  залында  таныша алаһығыҙ.

Журналда:

«Йәмғиәт» бүлегенең «Замандаш» рубрикаһында Рәйлә Ғәлиева ҡыл ҡумыҙсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зәлиә Ғәниәтуллина менән таныштыра.

«Ҡояш балалары» тигән мәҡәләлә БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы Римма Романова Даун синдромына дусар булған балалар яҙмышын үҙ ҡыҙы Элиза миҫалында аса.

«Матбуғат»та филология фәндәре кандидаты Флүр Сибәғәтов «Ағиҙел» журналы сығыуға 100 тулыуға арналған мәҡәлә тәҡдим итә.

«Тарих» рубрикаһында философия фәндәре кандидаты, хәрби тарихсы Айрат Баһауетдинов менән БДАУ профессоры Айҙар Баһауетдиновтың эҙләнеүҙәре урын алған. Мәҡәләлә Миңлеғәли Шайморатовтың 1941 йылдың октябрь-декабрь айҙарындағы һуғыш юлы бәйән ителә.

«Фән» бүлеге Миләүшә Мөхәмәтйәнованың Евразия күсмә цивилизациялар музейына арналған мәҡәләһе менән асыла.

«Мәғрифәтселәр» рубрикаһында филология фәндәре докторы Ғиниәтулла Ҡунафиндың башҡорт мәғрифәтселек прозаһы оҫтаһы Закир Һаҙиҙың тыуыуына 160 йыл тулыуға арналған мәҡәләһен уҡырға мөмкин.

Филология фәндәре докторы Гөлнур Хөсәйенова «Башҡорт сәсәне һәм боронғо ҡобайырҙар» мәҡәләһен тәҡдим итә.

«Әҙәбиәт» бүлегенең «Әҙәби мөхит» рубрикаһында баҫманың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева Мәскәүҙең «Сесен» исемле берекмә ағзалары менән берлектә ойошторолған әҙәби кисә хаҡында бәйән итә.

Шиғриәткә арналған бүлектә журналист, философия фәндәре кандидаты Фәрит Әхмәҙиевтың шиғырҙары урын алған. «Проза»ла – Мәрйәм Бураҡаеваның «Моң көсө» хикәйәһен, Рәшит Хәкимовтың «Япон мулла или тяжкий путь имама» романының дауамын, «Сатира һәм юмор» рубрикаһында Миләүшә Ғәфуллинаның «Бәхет бар ул…» юморескаһын уҡырға мөмкин.

 

9+