logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

ҺӨЙӨНСӨ!

“ТАМАША” журналының икенсе һаны менән китапханала таныша алаһығыҙ.

Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе:

ЗАМАНДАШ. Миләүшә Ҡыҙрасованың «Йөрәк һүҙле Наилә» мәҡәләһендә Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Абдулхай ҡыҙы Сәфәрғолова менән танышырһығыҙ

ТАМАША «ҠУНАҒЫ». Динара Ҡәйүмова «Һәр ролем күңелемдә йәшәй» мәҡәләһендә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Алһыу Галина менән әңгәмә тәҡдим итә.

ИЖАДИ ПОРТРЕТ  рубрикаһында Рәзилә Ырыҫҡужинаның  Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Гөлсөм Бикбулатова тураһында мәҡәләһе бирелгән.

ТЕАТР СӘНҒӘТЕ. Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, йәш режиссер Илсур Юлай улы Ҡаҙаҡбаев менән әңгәмә.

ДИПЛОМЛЫ СЦЕНАРИЙҘАР, ЯҢЫ ЙЫР, БЕҘГӘ КИЛГӘН ХАТТАРҘАН,  КҮҢЕЛЕМ НАҒЫШТАРЫ  рубрикалары менән танышырһығыҙ.

Килегеҙ, алығыҙ, уҡығыҙ!

 

 

2+