logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

Китапханаға “Шоңҡар”ҙың етенсе  һаны килде.

Ауыл хужалығында етәксе ҡатын-ҡыҙ бик һирәк осрай. Эштең бөтә нескәлектәрен белеү, ауыр хеҙмәтте үҙ елкәңдә алып барыу, артыңдан коллективты эйәртеү, улар менән бер тулҡында булыу, һәр береһе өсөн яуап биреү – былар барыһы етәксе өҫтөндә. Шундай сифаттарға эйә булыусы, ауырлыҡтарҙан һис тә курыҡмағандарҙың береһе – Елена Ибрагимова менән Рәзиф Ғәлиевтың «Атай эҙенән» мәҡәләһендә таныша алаһығыҙ.

Рамаҙан Ҡотошовтың «Тәүге мөфтөйҙөң аяныслы яҙмышы»  яҙмаһы Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының тәүге мөфтөйө Мансур Халиковҡа арналған.

Был һанда шулай уҡ  Риф Йөҙлөкбайыфтың «Ҡарт ҡыҙ» повесе, Нәсимә Ғайсинаның «Урсула» хикәйәһе, Венер Исхаҡовтың «Үҙегеҙҙе бер ҡунаҡ итәм әле»  юмористик хикәйәһе  әҙәбиәт һөйөүселәргә оҡшар тип ышанабыҙ.

Журналда тағы ла нимәләр булыуын баҫманы ҡулығыҙға алғас белереһегеҙ.

 

 

2+