«Ватандаш» журналының быйылғы йылдың етенсе һаны менән китапхананың уҡыу залында таныша алаһығыҙ.
Журналда:
- Журналды илебеҙ өсөн мөһим ваҡиғаларға байҡау туплаған мәҡәләләр асып ебәрә: X Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы нимәһе менән әһәмиәтле булды, Үзбәкстан башҡорттары менән осрашыу ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы – ошолар тураһында хәбәрсебеҙ Рәйлә Ғәлиеваның мәҡәләһендә танышырға мөмкин.
- Июлдә халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл. Ошо айҡанлы тарих фәндәре кандидаты, Тарих һәм дәүләт идараһы институты доценты Нурислам Ҡалмантаев менән әңгәмә тәҡдим ителә. Ә һеҙ был шәхесте яҡшы беләгеҙме? Әйтәйек, Крәҫтиәндәр һуғышы тоҡанған осорҙа Кинйә абыҙға 50 йәш булғанын? Йә иһә уның Петр Өсөнсөнөң тәхеткә ултырыу тантанаһында ҡатнашҡанын? Билдәле шәхесебеҙ тураһында белемегеҙҙе яңыртып алғығыҙ килһә, ҡыҙыҡлы әңгәмәне уҡығыҙ!
- Крайҙы өйрәнеүсе Юрий Ергин тағы ла бер билдәле шәхес – Мөхәмәтша Буранғоловтың тормошондағы факттарҙы ентекләп күҙ алдына баҫтыра. Уны «Арҙаҡлы шәхестәр» рубрикаһында табырһығыҙ.
- Журналыбыҙҙың «Бәйләнештә» төркөмөндә уҙғарылған «Башҡорт биҙәүестәренең көсө бар» конкурсында 2 еңеүсе билдәләнгәйне. Шуларҙың береһе, Жуково ҡасабаһында йәшәүсе Зөләйхә Рыҫҡолова менән Рәйлә Ғәлиева таныштырыр.
- «Хәтер» рубрикаһында яҙыусы Лира Яҡшыбаева Советтар Союзы Геройы, летчик-штурмовик Ҡотдос Латиповтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы хәтирәләрен тәҡдим итә. Киндер ыштан, һырма бишмәт кейеп үҫкән ябай ауыл малайының нисек «ҡанатлы баһадир»ға әйләнеү юлы журнал уҡыусыларға ла ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булыр.
«Ватандаш»ты уҡығыҙ, дуҫтар, мәғлүмәтле һәм мәғрифәтле булығыҙ!
5+