logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

15-се Май — Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә.
Ғаилә — ул кеше үҙе тыуҙыра алған иң ҙур бәхет. Ер шарында бәхетле һәм татыу ғаиләнән дә нығыраҡ берлек юҡ. Ул — бер үк ваҡытта яңы тормоштоң башы ла, матур нәҫелдең дауамы ла, изге йолаларҙы һаҡлау ҙа. Ошо уңайҙан бөтә төркөмдәштәребеҙҙе ҡотлайбыҙ! Йорттарығыҙҙа шат балалар тауышы тынмаһын, яҡындарығыҙ ышаныслы терәк булһын, мөхәббәт йылыһы һүрелмәһен. Ғаиләләрегеҙҙең сәскә атыуын, татыу һәм берҙәм булыуын теләйбеҙ! Именлек һәм изгелек һеҙгә!

Ғаилә — ул усаҡ, йылылыҡ, яҡтылыҡ;
Ғаилә — ул дуҫлыҡ, татыулыҡ, яҡшылыҡ;
Ғаилә — ул шатлыҡ, берҙәмлек, туғанлыҡ;
Ғаилә — ул хеҙмәт, уңғанлыҡ, булғанлыҡ;
Ғаилә — ул байлыҡ, муллыҡ һәм бәрәкәт;
Ғаилә — ул табышмаҡ, борсоу һәм мәшәҡәт;
Ғаилә — ул бәхет, хыял һәм мөхәббәт;
Ғаилә — ул йәшәйеш, шәфҡәт һәм мәрхәмәт;
Ғаилә — ул бала, беренсе аҙымдар;
Ғаилә — ул байрам, күңелле сығымдар;
Ғаилә — ул тормош, үпкә һәм талаштар;
Ғаилә — ул бер фән, күп төрлө ҡараштар;
Ғаилә — ул бөтөнлөк, тигеҙлек һәм хөрлөк;
Ғаилә ныҡ була, ныҡ булһа тик ерлек!
Ғаилә көнө менән, дуҫтар!