logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

“Шоңҡар” журналының яңы һанында мауығып уҡырҙай әҙәби әҫәрҙәр, уйға һалырҙай мәҡәләләр донъя күргән.

Тышлыҡтың тәүге битен Нурания менән Илназ Мостафиндар биҙәй. Йәштәр тураһында “Ғашиҡтарға сиктәр юҡ!” исемле мәҡәләне уҡырға була. Май һанында шулай уҡ Айгиз Ғарипов, Ильяс Асҡаров, Зөлфиә Иҫәнбаева, Хәйҙәр Вәлиев кеүек шәп замандаштарыбыҙ менән таныштырабыҙ.

Әҙәбиәт һөйөүселәр был юлы Гүзәл Ситдиҡованың “Сал сәсле малай” повесын, Мәүлиҙә Әхмәтйәнованың “Һуңғы алыш” хикәйәһен,  Мөҙәрис Багаевтың — “Күрше ҡыҙы”, Айзилә Мортаеваның – “Ҡыҙ алып ҡайтҡанда”, Азат Хәлиловтың “Күрше хаҡы” тип исемләнгән әҫәрҙәрен, Йәмил Сәйҙәлиевтың шиғырҙарын уҡый ала.

Ә инде Илдар Ғәбитовтың “Ерләнмәгән пенсионерҙар”, Борис Хәйретдиновтың “Эттәргә тоғролоҡ хас”, Сәлихә Мортаеваның “Ташлама! Кәрәге тейер…”, Факил Мырҙаҡаевтың “Овечкиндарҙың бүреләр өйөрө” тигән тигән яҙмалары күптәрҙе уйланырға мәжбүр итер, моғайын.

Көтөп ҡалабыҙ һеҙҙе.

 

 

9+