«Башҡортостан ҡыҙы» журналының май һаны -2024
Тышлыҡта – «Лилиә Байрам» туй һәм мәжлестәр үткәреү салоны хужабикәһе, эшҡыуар, риэлтор @liliprazdnikova Лилиә Байсыуаҡова.
Айзилә Мортаева мәҡәләһе «Зәңгәр хыялдар артынан…»
Саҡматаштай саялыҡ һәм нескә нәзәкәтлек, зирәк аҡыл һәм тилбер егәрлелек, ҡайнар ут ялҡыны һәм тын шишмә ағышы һыйған уның булмышына. Гүйә, ошо нескә генә һылыуҡайҙа ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ асылы сағыла. Кескенәнән зәңгәр хыялдар ҡора белгән һәм уларҙың ғәмәлгә ашыуына сикһеҙ ышанған, бөгөнгөһөнә маҡсатлы аҙымдар менән ныҡлы атлаған, алдынғы ҡарашлы, күптәргә аҫыл өлгө булырлыҡ замана героиняһы ул Лилиә Байсыуаҡова. Тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәгән бал ҡортондай уңған, «Лилиә Байрам» туй һәм мәжлестәр үткәреү салоны хужабикәһе, эшҡыуар, риэлтор Лилиә Иршат ҡыҙының күңел нурына, йөрәк йылыһына, ихтыяр көсөнә һоҡланмау мөмкин түгел.
Айбулат Ғафаров мәҡәләһе «Ныҡлы терәк ул»
Бер-бер артлы донъяға ауаз һалған Рәүилә, Рәмилә, Рәсилә ярышып үҫә һәм оҙаҡламай, ата-әсәләренең һөйөнөсө һәм алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы булып, буй ҙа еткерәләр. Атайҙарына эйәреп, бесәнен дә сапҡан, утынын да ярған, хатта кәбән һалған уңған һылыуҙарҙы ауылдаштары «Фәрит ҡыҙҙары» тип кенә йөрөтә. 1997 йылда тыуған игеҙәк Фәнис менән Фәдис ҡустылары ла улар ҡарауында тәрбиәләнә.
Петуния
Миәкә районы Сатый ауылында йәшәгән Айгөл ҒАФАРОВАның ихатаһы гөлдәргә күмелгән. Ҡышын уҡ эшен башлай ҙа йәй буйы күҙҙең яуын алырҙай аллы-гөллө сәскәләр араһында бал ҡортолай бөтөрөлә ул. Бөгөн журнал уҡыусыларға һоҡланғыс петуния үҫтереү серҙәре менән бүлешә.
Айзилә Мортаева мәҡәләһе «Аҡ яҙмыш»
Муйылдар күперек аҡ күбеккә күмелгәндә, алмағастар шау сәскәгә төрөнгәндә, күктәр иһә зәп-зәңгәргә мансылғанда аҡ бәхеттең үҙе булып донъяға ауаз һала Әлфирә. «Ошо зөмрәт май мәңгегә йөрәккә уйылған, өс малайҙан һуң көтөп алынған иң ҡәҙерле бүләгебеҙ, иң ҙур һөйөнөсөбөҙ – һин ул, бер бөртөгөбөҙ», – тип арҡаһынан тупылдатып һөйөп, ҡабатларға ярата әсәһе. Ысынлап та, Рәсүл менән Әнисә Йортбәковтар ҡыҙҙары Әлфирәнең тыуыуына һөйөнөп бөтә алмай. Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылының абруйлы инәйҙәре, апай-еңгәйҙәре йәш ғаиләнең ҡыуанысын ихлас уртаҡлаша: бәпесте тәмле аш-һыу табыны янында матур күлдәк, йүргәк, ойоҡбаш менән ҙурлап ҡаршы ала улар.
Альмира Кирәева мәҡәләһе «Күҙ алдымда – томан»
«Бөтә төҫтәр баҙыҡлығын юғалтты: ыуыҙ йәшел үләндең дә, хатта май ҡояшының да сағыулығын тоймайым. Донъяны томан аша күрә башланым», – ти был сиргә тарыусылар. Өфө ҡалаһы 8-се клиник дауаханаһының 1-се күҙ микрохирургияһы бүлеге мөдире, медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы табип-офтальмолог Айҙар Ғаяз улы ЙӘМЛИХАНОВ менән әңгәмәбеҙ күҙ ауырыуҙары араһында иң таралған сир – катаракта тураһында.
Бик күп ҡыҙыҡлы мәҡәләләр менән танышырһығыҙ. Килегеҙ , алығыҙ, уҡығыҙ.