logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

Яңыраҡ республикабыҙҙа шаулап-гөрләп «Йөрәк һүҙе» шиғриәт бәйгеһе уҙҙы. Журналдың баш мөхәррире, быйыл шиғри бәйгенең жюри ағзаһы Рәшиҙә Мәһәҙиеваның октябрь һанын асып ебәргән мәҡәләһе мәҙәниәтебеҙ тормошона сағыу бер ваҡиға булып килеп ингән проектҡа һәм уның авторы Наилә Сәфәрғоловаға арналған.

– Әгәр һәр бер журналист, яҙыусы, шағир, йәмәғәт эшмәкәре бер генә мохтажға ярҙам итһә, донъя күпкә сағыуыраҡ, игелеклерәк, бәхетлерәк булыр ине, – ти тележурналист, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова. Әйтеп кенә ҡалмай, үҙе тәү башлап үрнәк күрһәтә ул – яҡташтары, бер туған Ҡунаҡҡоловтар ғаиләһенең тарихы тураһында ишетмәгән кеше юҡтыр. Замандашыбыҙҙың тормош фәлсәфәһе менән «Замандаш» рубрикаһындағы мәҡәләлә танышырһығыҙ.

Һанда шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле, оҙаҡ йылдар дипломат булып хеҙмәт иткән Ришат Халиҡовтың хәтирәләренең һуңғы өлөшө тәҡдим ителә.

«Йәмғиәт» бүлегендә шулай уҡ Үзбәкстанда милли мәҙәниәтте үҫтереүгә күп көс һалған балетмейстер, «Дуҫлыҡ» татар-башҡорт ижади берекмәһе етәксеһе Рәйсә Баймырҙина, Әбей батшаның милли геройыбыҙ Ҡаранай Моратовты ҡабул итеүе, Ырымбурҙағы Карауан-һарайҙың төҙөлөү тарихы, нефтсе Солтан Кашапов, Туйкиндар ғаиләһенең тарихы тураһында уҡып кинәнерһегеҙ.

«Фән» бүлегендә профессор, ғалим-тюрколог Юлай Псәнчингә, башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған мәҡәләләр тәҡдим ителә. Ошонда уҡ башҡорттарҙың боронғо музыка ҡоралы һорнайға бағышланған бик күркәм мәҡәлә урынлашҡан.

Даими авторыбыҙ, психология фәндәре кандидаты Екатерина Плеханова был юлы ғаиләлә килеп тыуған конфликттарҙы балалар өсөн дә, ололар өсөн дә эҙемтәһеҙ хәл итеү юлдарын күрһәтә.

Легендар «Дәрүиш-хан» башҡорт рок-төркөмөнөң йырҙарын ишетмәгән кеше юҡтыр. Ул күптәр өсөн әле һаман иң яҡшы башҡорт рок-төркөмдәренең береһе булып ҡала. Дим Мәннән башҡарыуындағы «Һаумы, әсәй», «Нисек барһың, тик шулай бул», «Төн», «Тормош» һәм башҡа бик күп йырҙар хитҡа әйләнеп, милли мәҙәниәтебеҙҙе тәшкил итә. «Культурология» рубрикаһындағы тарих фәндәре кандидаты Азамат Бураншиндың мәҡәләһе төркөмдөң тарихына, йырҙарына байҡау яһауы менән ҡыҙыҡлы ла, мәғлүмәтле лә булыр.

Әҙәби бүлектә журнал уҡыусыларға Миңлегөл Хисамованың шиғырҙары, Украиналағы хәлдәргә бағышланған Ирина Буторинаның «В Одессу на майские» повесының дауамы, Ризван Хажиев тураһында иҫтәлектәр тәҡдим ителә.

«Ватандаш»ты уҡығыҙ, дуҫтар!

 

14+