logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

Информационные ресурсы

Книжные новинки 

 

Повести и рассказы, вошедшие в книгу Лиры Якшыбаевой, отличаются актуальностью, интересным сюжетом, воспитательным значением.  Они учат видеть свет души в других людях, быть сильным духом и справедливым, не поддаваться трудностям, беречь природу, любить Родину.

В своем творчестве автор большое внимание уделяет семейным ценностям, проблеме осиротевших детей. Писатель ценит патриотизм, честность, милосердие – и эти качества передает читателям через свои книги.

 

 

 

Яҙыусы- сатирик, журналист  Венер Исхаҡовтың был китабына һуңғы йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре тупланды. Йәмғиәтебеҙҙәге  етешһеҙлектәрҙе шул тиклем ябай, һәр кешегә аңлайышлы итеп яҙыуы менән алдыра автор. Уның юмористик хикәйәлере  ҡоро күңел асыуға, ауыҙ  йырыуға түгел , ә ғибрәтле хәл-ваҡиғалар аша тормоштағы мәҙәни, әхләки етешһеҙлекәрҙе фашлауға ҡоролған. Был йыйытныҡ әҙәбиәт һөйөүселәр күңелендә лайыҡлы урын алыр тигән өмөттәбеҙ.

 

 

 

Яҙыусы һәм журналист, Шәйехзада Бабич  исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй»!, «Әкиәтһеҙ бала саҡ», «Урам балалары» кеүек китаптары әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Был йыйынтыҡта иһә автор менән булған ҡыҙыҡлы һәм фәһемле хәл-ваҡиғалар ингән, замандаштары хаҡында үҙенсәлекле мәҙәктәр тупланған.

 

 

«Наза» повесы ысынбарлыҡта  булған хәлдәргә таянып яҙылған. Ябай ауыл ҡыҙына ҡатмарлы тормош юлын үтәргә яҙған була. Бала саҡ йылдары, ғаилә ҡороу еңелдән булмай. Күп кенә йылдар төҙөлөштә эшләргә тура килә. Ғүмеренең  ауыр көндәрендә ҡулына ҡәләм ала. Китаптары бик популяр булып китә. Хикәйәләрдә тарих  һәм бөгөнгө  ваҡиғалар, төрлө быуын кешеләре образдары сағылыш таба.

 

 

Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Солтангәрәевтың  «Еҙ батмус» исемле китабына төрлө йылдарҙа яҙылған хикәйәләре тупланды.

 

 

Был китапҡа күренекле башҡорт яҙыусыһы , Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Фәрит Иҫәнғоловтың һайланма әҫәрҙәре индерелде.

«Алтынбикә» , «Мөхәббәт менән осрашыу», «Зөһрә», «Хөмәрйә», «Фәниә» повестары.

«Рәсимә», «Маша», «Хуш, ауылым! » хикәйәләре тәҡдим ителә.