logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

Декабрь һанының тышлығын Өфө дәүләт нефть техник университеты доценты Рөстәм Хәсәнов биҙәй. Уның тураһында “Уҡытыусы—беҙҙең киләсәк” исемле мәҡәләлә уҡырға була.
Был һанда һеҙ шахбокс буйынса донъя чемпионы Илсур Исхаҡов, опера һәм балет солисы Диана Нур кеүек һәләтле йәштәр менән яҡындан танышырһығыҙ.
Закир Әҡбәровтың “Сөңгөлдөң сиге юҡ” тигән повесы, Ғаян Лоҡмановтың – “Һибелә сәскә”, Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Яңғыҙ күтәргән гонаһ” хикәйәләре, Венер Исхаҡовтың “Исем” юмористик хикәйәһе, Тәлғәт Шаһмановтың парсалары моғайын, һеҙгә оҡшар.
Тағы ниндәй генә мәҡәлә юҡ!.. Һүҙҙе — Аждаһаларға ла бирҙек, 2024 йылға йондоҙнамә лә әҙерләнек, уңыш килһен өсөн ниҙәр эшләргә кәрәк икәне тураһында ла яҙҙыҡ. Һәм, әлбиттә, “Шоңҡар”ҙың лауреаты исеменә лайыҡ булған авторҙарыбыҙҙы билдәләнек!
Журнал менән яҡындан район китапханаһының уҡыу залында таныша алаһығыҙ.

27+