logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

Баҫманың был һанында ла  дуҫтарыбыҙ мауығып уҡырҙай әҙәби әҫәрҙәр, фәһем бирерҙәй, уйға һалырҙай мәҡәләләр донъя күргән. Тышлыҡтың тәүге битен Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары биҙәй. Был шәп ҡыҙҙар хаҡында яҙма “Ҡыҙҙар – йондоҙҙар” тип атала. Баймаҡтан Альбина Саҙиҡованың “Ат ене ҡағылған егет” тигән мәҡәләһе шәп замандашыбыҙ Фәнүз Үҙәнбаев тураһында. Оҫта ҡуллы Гөлназ Уразова хаҡындағы мәҡәлә лә бөгөнгө  заман йәштәренә өлгө булырлыҡ.

Әҙәбиәт һөйөүселәргә был юлы Фәиз Харрасовтың “Ике ғүмер” повесын, Фәриҙә Ситдиҡованың “Тылсымлы ҡурсаҡ” хикәйәһен, Минира Бикәнәсованың “Гаджет” тигән юмористик әҫәрен тәҡдим итәбеҙ. Шиғри күңелле Заһит Ғүмәровтың бер шәлкем шиғырҙары баҫылған. Уҡытыусы, хеҙмәт ветераны Рәйсә Иҫәнбаевавның “Тапшырылмаған аманат” тигән яҙмаһы күптәрҙе уйланырға мәжбүр итер, моғайын.

Килегеҙ, уҡығыҙ дуҫтар!

16+