logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

#ПисателиБашкортостана
#Мечетлинскаяцентральнаябиблиотека
Башҡорт шағиры һәм драматургы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1962 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, 1974—1983 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының рәйес урынбаҫары, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982)
Сафин Рафаэль Әхмәтсафа улының тыуыуына 92 йыл.
Рафаэль Әхмәтсафа улы Сафин 1932 йылдың 16 февралендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы районы Йыланлы ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Тәбиғәттән бирелгән һәләт нигеҙендә бала сағынан гармунда уйнарға өйрәнә, шуға ла 1947 йылда, үҙ ауылдарындағы тулы булмаған урта мәктәпте бөтөргәс, Өфөгә килә. Баш ҡаланың 9-сы интернат-мәктәбен тамамлағас, музыка училищеһына (хәҙер Өфө сәнғәт училищеһы) уҡырға инә. Бер үк ваҡытта тағы ла әҙәби ижадҡа маһир булған һәм үҙенең тәүге шиғырҙарын 1950 йылдан республика гәзиттәрендә баҫтырған егет Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы юлланмаһы менән 1952—1956 йылдарҙа Мәскәүҙә, СССР Яҙыусылар союзының М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында уҡый.
Йәш әҙип хеҙмәт эшмәкәрлеген «Совет Башҡортостаны» гәзите редакцияһында башлай, артабан 1957—1961 йылдарҙа әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире була. 1962 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзы органы булған «Ағиҙел» журналы редакцияһына саҡырыла, был баҫмала 1973 йылға тиклем шиғриәт һәм сәнғәт бүлеген етәкләй. 1974—1983 йылдарҙа Рафаэль Сафин Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесенең ижад эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара. Бынан һуңғы йылдарҙа башлыса әҙәби ижад менән шөғөлләнә, 90-сы йылдарҙа бер ни тиклем ваҡыт Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры директорының репертуар буйынса урынбаҫары булып эшләп ала.
Рафаэль Әхмәтсафа улы 2002 йылдың 22 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат була. 2015 йылдың сентябрендә Ҡыйғы районының Йыланлы ауылында Рафаэль Сафиндың музейы асылды.

10+