logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

Башҡорт ғаиләһе көнө менән!

1 Март – Башҡорт ғаиләһе көнө.
Ҡайһы ғына йоланы алып, ниндәй генә тарихты байҡама, ғаилә ҡиммәттәре башҡорттоң төп йәшәү асылы, тормош кендеге булған. Һәр төрлө халәттә лә ғаиләләрен һаҡлап ҡалырға, балаларын атайлы-әсәйле үҫтерергә тырышҡан улар.  Яҙҙың тәүге көнө – терелеккә яңы һулыш, яңы тормош бөрккән үҙе бер башланғыс, уяныу миҙгеле. Тап ошо көндә билдәләнгән милли байрамыбыҙ ҙа башҡорт ғаиләләренә тереһыуҙар һипкәндәй, бәхетебеҙ артыуҙың, асылыбыҙға ҡайтыуҙың башы булһын! Йылдың бер көнөндә генә түгел, көн һайын иң күркәм ғаилә, иң өлгөлө халыҡ булып, һоҡландырып йәшәргә яҙһын! Байрамыбыҙ менән, милләттәштәр!

Ғаилә – ул тыуған илдең бер өлөшө,

Кешеләрҙең ғүмер иткән бер мөйөшө,

Тыуған ил – ул ғаиләләр йыйылмаһы,

Тыуған илдә юҡ милләттәр айырмаһы.

Тик Ғаилә һаҡлай ала үҙ телеңде,

Башҡортмо ул татармы ул, әллә русмы,

Һәр ғаилә бирһен ине балаһына

Үзҙәрендә һаҡлап килгән тыуған рухты.

Фәүзиә Ҡотлогилдина – Алтынбикә

 

 

6+