logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

Февраль һанында һеҙҙе бик ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле яҙмалар көтә!

Журналдың тышлығын “Эстет табибы” клиникаһының етәксеһе Ринат Заһиҙуллин биҙәй.  Хирург, онколог, лазер белгесе Ринат Әмир улы менән яҡындан “Хирург булып тыуалар!” тип исемләнгән мәҡәләлә танышырға мөмкин.

Әҙәбиәт һөйөүселәргә Иршат ТЕЛӘҮЕМБӘТОВтың “Ҡаялар ҙа сер һаҡлай” исемле повесын, Ринат ШӘЙБӘКОВтың “Үс” хикәйәһен, Сәлиә ҒАТАУЛЛИНАның – “Йәмиләгә яҙған яҙмыштыр”, Диҡҡәт БУРАҠАЕВтың “Мөғжизәләр донъяһына сәйәхәт” тигән әҫәрҙәрен, Буранбай ИСҠУЖИНдың, Римма МЫРҘИНАның шиғри шәлкемдәрен тәҡдим итәбеҙ.

Журналда Ватанды һаҡлаусы егеттәребеҙгә айырым урын бүленде. Февраль һанында лейтенант Азат Шафиҡов тураһында уҡырға була. Шулай уҡ, тыуған ере өсөн ғүмерен биргән Тамерлан Илһамов хаҡында “Һинең исемең үлемһеҙ!” тигән мәҡәлә донъя күрҙе.

Күренекле шәхестәребеҙ тураһында ла мәҡәләләр баҫылды. Мәҫәлән, Марсель Сәлимов менән “самауырҙы йыҡтыҡ”. Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА “Минең Ғәзиз ағайым” тип исемләнгән мәҡәләһендә талантлы композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙин хаҡындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, февраль һанында һеҙҙе бик ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле яҙмалар көтә!

 

3+