logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

 

–  Тышлыҡта – Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актрисаһы Альбина Хөсәйен ҡыҙы Дәүләтбәкова (Юлдашбаева).

–  «Мөғжизәгә ышаныуҙан туҡтамағыҙ».  Альмира Кирәева мәҡәләһендә уҡығыҙ

Был гүзәл ханым уйҙарҙың тормошҡа ашыу ҡөҙрәтен бик яҡшы белә. Мәҫәлән, үҫмер сағындағы: «Аҡбуҙатлы аҫыл егет килер ҙә мине әкиәти бер донъяға алып китер. Уның менән мөхәббәттә-татыулыҡта оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисереп, матур-матур балалар үҫтерербеҙ», – тигән хыялы ысынға әйләнеүе үк ни тора бит. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Земфира Йәғәфәр ҡыҙы менән Харис Зәбих улы Әбдрәхимовтарҙың һоҡланғыс ғаиләһе менән танышҡас, тормоштоң үҙе үк, бер нәмәгә лә ҡарамаҫтан, матур мөғжизә булыуын күрҙек.

Түбәтәй
Түбәтәй – башҡорттарҙа, башҡа төрки халыҡтарҙа киң таралған баш кейеме. Эҫенән йә һыуыҡтан һаҡлау кеүек донъяуи бурысынан башҡа сакраль мәғәнәһе лә булған: баштың түбәһе Йыһан менән тоташа, түбәтәй иһә был урынды яуыз заттарҙан һаҡлай, һаулыҡ, бәрәкәт килтерә, тип һаналған. Ҡайһы урындарҙа уны таҡыя тип тә атайҙар. Ҡышын түбәтәй өҫтөнән бүрек, ҡолаҡсын йә башҡа баш кейеме кейгәндәр. Был баш кейемен ир-ат та, ҡатын-ҡыҙ ҙа йөрөтә. Гүзәл заттың түбәтәйе бигерәк тә нәзәкәтле семәрҙәре менән айырылып, мәрйен, уҡа һалып, төрлө төҫтәге ебәк, алтынланған, көмөшләнгән ептәр менән сигелгәндәре күҙҙең яуын алып торған. Түбәтәй тегергә Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Айгөл СӘЙФУЛЛИНА өйрәтә.

– Һынмаҫ рух. Альбина Ғөбәйҙуллина мәҡәләһендә уҡығыҙ
«Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух», тибеҙ. Милләтебеҙҙең сәләмәт, ныҡлы рухлы киләсәген хәстәрләгәндә, әлбиттә, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған тренерҙарҙың, остаздарҙың намыҫлы эшмәкәрлеге ҙур әһәмиәткә эйә икәненә инанаһың. 2020 йылдан эшләй башлаған «Ауыл тренеры» программаһы ла республикабыҙҙа спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә мөнәсәбәттең юғары кимәлдә булыуын тағы бер ҡат раҫлай. Бына инде 20 йыл балалар һәм үҫмерҙәрҙе спорт донъяһына ылыҡтырған, шул уҡ ваҡытта сәнғәткә һөйөү уятҡан Ауырғазы районының Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы һәм тренер Фәһим Салауат улы Ғайсин – үҙ эшен ҙур оҫталыҡ менән башҡарған тынғыһыҙ йәнле замандаштарыбыҙҙың береһе.
Моң илсеһе. Айзилә Мортаева мәҡәләһендә уҡығыҙ 
Мәшһүр Абдулла Солтанов, Сөләймән Абдуллин, Рамаҙан Йәнбәковтарҙың сағыу традицияларын дауам итеүсе, башҡорт халыҡ йырын яңы бейеклеккә күтәреүсе, сәнғәтебеҙ моңдаръяһының аҫыл өлөшө ул Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров. Уны тыңлағанда күңел, берсә асмандарға оса, берсә ер тауышына арбалып, сөңгөлдәрҙе байҡай. Февралдә үҙенең 55 йәшен билдәләгән йырсы – журналыбыҙ ҡунағы.
һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән танышырһығыҙ. Килегеҙ рәхәтләнеп, яйлап, тәмләп уҡып сыға алаһығыҙ.

 

4+