logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

Һөйөнсө! “Шоңҡар”ҙың март һаны менән китапханала таныша алаһығыҙ!

Тышлыҡты рухлы замандашыбыҙ, шағирә Таңсулпан РӘСҮЛдең һүрәте  биҙәй.
Был һанда ла оҫта ҡуллы Илүзә ИҪӘНҒӘЛИЕВА, спортсы Зарина ИСЛАМОВА кеүек шәп замандаштарыбыҙ тураһында мәҡәләләр бар. Рәйсә ИҪӘНБАЕВАның “Сынаяҡ ярсығы” повесы, Гөлмирә БИКБУЛАТОВАның “Игеҙәктәр”, Мирас ИҘЕЛБАЕВтың “Ағартылыр юлдар” хикәйәләре, Венер ИСХАҠОВтың “Хәстәрлек” юмористик хикәйәһе, Хөснулла Аҡыловтың бер шәлкем шиғырҙары күңелегеҙгә хуш килер.

Шулай уҡ “Хыялдар тормошҡа аша бит ул” (Т. Дәүләтбирҙина), “Яҙыусының бер йылы һәм 365 фекере” (З. ҠОТЛОГИЛДИНА), “Һаҡаллы һәм йөнтәҫ леди” (З. Мусина) кеүек яҙмалар менән таныша алаһығыҙ.

Көтөп ҡалабыҙ һеҙҙе!

14+