logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

Ҡәҙерле китап уҡыусы дуҫтарыбыҙ!

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының быйылғы  июль  айы   һаны менән китапхананың уҡыу залында таныша алаһығыҙ.

Журналда:

  • «Нейролайф» медицина реабилитация үҙәгенең баш табибы Ғәлиә Миңнулла ҡыҙы Әминева (Сиразетдинова) гүзәл заттарға тылсымсы булып тойола. Ҡулдарының йомшаҡлығын, имен татығандар уға ҡабат-ҡабат килеүсән. Ғәлиәнең алсаҡлығы, асыҡлығы – ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәргә үҙе бер табыш. Һөйләшә-һөйләшә уны яҡын әхирәте итеп ҡабул итәләр, эс серҙәре менән бүлешәләр. Косметологҡа йөрөү кәрәкме? Уға ҡайһы йәштән мөрәжәғәт итергә? Йөҙ ҡартаймаһын, йыйырсыҡтар баҫмаһын өсөн хәҙерге заман асыштарын нисек ҡулланырға? Матурлыҡ, йәшлек бәхет нигеҙеме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптарҙы эҙләнек беҙ героиням менән.

Ғәлиә Әминева хаҡында Гөлназ Ҡотоеваның «Ҡулдарында тылсым бар»  мәҡәләһендә танышырһығыҙ.

  • Тормошон йәйғорҙай балҡытыр, күңелен ҡояштай яҡтыртыр илаһи бер көс бар ул хисле заттың нескә генә иңдәрендә. Үрелеп кенә бишектәге балаһын һөйһөнмө, йүгереп йөрөп йорт эштәрен башҡарһынмы, түрбашында тел йоторлоҡ тәмлекәстәр бешерһенме, яҡындарына ҡанатланып ҡосаҡ йәйһенме – барыһына ла етә уның һөйөү тулы йөрәк йылыһы, бәрәкәт өләшеүсе йән ҡөҙрәте.

Ротангтан гөл һәмм сәскә һауыттары – кашполар үреүсе Мәҙинә тураһында  Айзилә Мортаеваның   «Ҡотло донъя балҡышы» мәҡәләһендә уҡығыҙ.

  • Бәлиғ булмаған балаң өсөн – пенсияға өҫтәмә

Бөгөн Хоҙай Тәғәләнең оло бүләген – бәпес һөйөү бәхетен ҡырҡты уҙғас йәнә татығандар бихисап. Үҙҙәре пенсияға сыҡҡанда балалары әле бәлиғ булмаған, йә иһә колледжда, юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөгән ата-әсәләр пенсияларына өҫтәмә тейеш икәнен беләме икән? Был өҫтәмә кемдәргә, ниндәй шарттарҙа түләнә? Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе етәксеһе Фәнил Рим улы Вахитов шул турала бәйән итә.

  • Зирәк халҡымдың, егәрленең ҡулы ете, тигән мәҡәле бөгөнгө героинямдың асылына тап килә, тип әйтергә була. Ул башҡармаған ҡул эше төрө юҡтыр ҙа – һәр нәмәгә яратып, зауыҡ һәм ләззәт менән тотона. Әбйәлил районы Асҡар ауылында йәшәгән Хәлиҙә Сибәғәтуллина – һәр саҡ эҙләнеү, камиллашыу юлында.

Хәлиҙә Сибәғәтуллина хаҡында Гөлшат Ҡунафинаның «Милли асыл – мәңгелек сер»  мәҡәләһендә уҡырһығыҙ.

  • «Сирҙән дауаланыр өсөн тиҫтәләгән табипҡа мөрәжәғәт итеү һәм бер ус дарыу эсеү генә ярҙам итер, тип уйлайһығыҙмы? Ә ысынында ауырыуығыҙҙа баш мейегеҙ сәбәпсе булһа?! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙебеҙ ҙә һиҙмәйенсә, организмыбыҙҙы кәрәкмәгән тетрәнеүҙәргә, ауырыуҙарға дусар итәбеҙ. Бындай хәлде булдырмау өсөн фекерләү ҡеүәбеҙҙе үҙгәртеү мөһим», – тип белдерә психосоматика һәм онкопсихология буйынса белгес, танылған клиник психолог Евгения Береза. Беренсе каналдың эксперт-психологы, Өфөлә үткән «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе» Бөтә Рәсәй асыҡ академияһы ойошторған сарала сығыш яһап, кешенең үҙ организмына мөнәсәбәте һәм уй-кисерештәренең дөйөм йәшәйешенә йоғонтоһо, шулай уҡ дауаланыу нескәлектәре хаҡында һөйләне.

Альбина Ғөбәйҙуллина «Беҙҙең мейе тәнде нисек алдай?» мәҡәләһендә.

 

һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән танышырһығыҙ. Килегеҙ уҡығыҙ!

 

2+