logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

Мәсетлеләр ере – бәхетлеләр иле,

Йәшәй бында гүзәл кешеләр,

Тәбиғәте хозур, уңдырышлы ере

Ҡайҙа бар һуң һинең ишеләр.

–  тип башланып китте Мәсетле районының Үҙәк китапханаһының уҡыу залында  яҡташыбыҙ,  яҙыусы Мәүлиҙә  Сәфәрғәле ҡыҙы Әхмәтйәнова менән ойошторолған осрашыу кисәһе.

Мәүлиҙә Сәфәрғәли ҡыҙы Әхмәтйәнова 1960 йылдың 8 октябрендә Мәсетле районының Теләш ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Өфө моторҙар төҙөү берекмәһендә хеҙмәт юлын башлай. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағас, Мәсәғүт педагогия училищеһында, Мәсетле район гәзитендә, Ямал өлкәһенең Тарко-Сале ҡалаһында мәктәптә эшләй. «Атайыма аҡ эшләпә», «Хуш, пулнамуч» исемле китаптар авторы. «Башҡортостан ҡыҙы», «Шоңҡар» журналдары лауреаты. Хикәйәләре төрлө йылдарҙа «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе, «Бельские просторы», «Северные просторы» журналдарында рус телендә баҫылды.

Осрашыуҙа  шулай уҡ яңы донъя күргән  “Бабайһыҙ әбейҙәр” китабының презентацияһы булып үтте. Мәүлиҙә Сәфәрғәле ҡыҙының был китабында
ауыл тормошон сағылдырған хикәйәләр тупланған. Ауылда тыуып үҫкән кеше өсөн яҡын да, таныш та күренештәр ябай һәм мауыҡтырғыс итеп бәйән ителә. Яҙыусы ижады менән таныштырҙы, фәһемле кәңәштәрен еткерҙе, һорауҙарға төплө яуап бирҙе.  Китапты ҡулына алып уҡыған китап уҡыусылар үҙҙәренең уй-фекере  менән бүлеште, изге теләктәрен еткерҙе. Был йәнле аралашыу бик әһәмиәтле, күңелдәрҙә тик яҡшы хәтирәләр генә ҡалдырҙы.

 

 

28+