logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

Журналда:

–   «Башҡорт яҙыусылары – Белоруссияла»   Гөлназ Ҡотоева мәҡәләһендә  уҡығыҙ

– «Йөҙ ҙә бер ғүмерҙә» Гөлназ Ҡотоева мәҡәләһендә  уҡығыҙ

Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар Рәйсә Хәйбулла ҡыҙы Иҙрисова (Әминова) менән баҫмабыҙ уҡыусылары менән осрашыуҙа танышҡайныҡ. Ул үҙенең гүзәл заттар өсөн «Матурым» проектын тормошҡа ашырыуы, башҡорт ҡыҙҙарын йыйып, йолалар, нәҫел көсө, аш-һыу, шәжәрә төҙөү, милли кейемдә фото­сессия ойоштороу буйынса оҫталыҡ дәрестәре алып барыуы хаҡында тулҡынланып бәйән иткәйне. Рәйсәнең ул ваҡыттан алып уңыштары артты, ижад емештәре тупланды һәм бына, ниһайәт, уның хаҡында журнал уҡыусыларына ентекләберәк һөйләргә мөмкинлек тыуҙы.

–   «Башҡорттарҙың һуҡма шәле».  Гөлшат Ҡунафина мәҡәләһен  уҡығыҙ

«Башҡорт шәле» тигәндә дебеттән бәйләнгән йомшаҡ шәл күҙ алдына килә. Ә бит борон һуғылған шәл дә киң билдәле булған. Фольклорсы-этнограф, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлгөнә БАЙМЫРҘИНА халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, кәсептәрен тергеҙеүгә, оҫталарыбыҙҙы күрһәтеүгә күп көс һала. Ул – билдәле ижади проекттар авторы, милләттәштәребеҙ йәшәгән Рәсәй төбәктәрендә башҡорт кейемен тергеҙеү һәм өйрәнеү буйынса беренселәрҙән булып экспедициялар һәм оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороусы. Шулай уҡ уңған ханым Өфөлә «Селтәр» башҡорт халыҡ кейеме студияһын етәкләй. Гөлгөнә Вәлит ҡыҙының «Башҡорт һуғылған шәлен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре» проекты Рәсәй Президенты Грантына лайыҡ булды.

–   «Йөҙйәшәр инәй сере»  Альбина Ғөбәйҙуллина мәҡәләһен   уҡығыҙ

Йөҙ йәшен билдәләгән Мөшәрәфә Мырҙағолова, тәбиғәт матурлығына һоҡланып, тирә-яҡтағы хозурлыҡты күрә һәм үҙ аяҡтарында атлап йөрөй алғанға шөкөр итә. Күҙҙәре һаман да үткер уның, берәй кейем һүтелгәнен күрһә, тиҙ генә тегеп тә ҡуя. Доғаларын уҡып, тәсбих тартып, йәш быуынға – бәхетле ғүмер, тыуған иленә именлек теләп ултыра ул. Асыҡ зиһенле, ипле һүҙле, мөләйем йөҙлө ағинәйҙән аҡһөйәктәргә генә хас ҡупшылыҡ, нескәлек тә сағылып китә. Ә бит яҙмышы һис еңелдән булмаған. Булмышындағы эске мәҙәнилек, тәрбиә, аҡыл оло йәштә лә кешене шулай йәмләй, күрәһең. Әлеге көндә Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында йәшәгән Мәҙинә ҡыҙы ҡурсыуында бәхетле ғүмер итә йөҙйәшәр.

һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән танышырһығыҙ. Килегеҙ  уҡығыҙ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

29+