logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

Китапханала «Башҡортостан ҡыҙы» журналының март һаны менән таныша алаһығыҙ.
• Гөлназ Ҡотоева мәҡәләһе «Тылсым тама ҡулдарынан»
Айгөл Ринат ҡыҙы Хәбибуллина (Юлмөхәмәтова) 1986 йылдың 7 апрелендә Өфөлә тыуған. Алты айлыҡ сағында ата-әсәһе «Көнбайыш Себер ынйыһы» тип йөрөтөлгән Когалым ҡалаһына күсенә. Башҡортостандан ситтә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, Айгөл башҡорт телендә матур һөйләшә. Бында атаһы менән әсәһенең роле ҙур. Үҙенең баһалы, тәрән тамырлы нәҫелдән булыуын яҡшы белә ул.
• Гөлшат Ҡунафина мәҡәләһе «Икенсе әсәйем»
Ауыр һуғыш йылдарында, 1944 йылдың 21 мартында, киләсәккә яҡты өмөт сәсеп, тирә-йүнде нурға ҡойондороп донъяға килгән ҡыҙ ул. Сабыйҙы йәйләүҙәге ҡатындар яратып, танһыҡлап, ҡулдан төшөрмәй күтәреп йөрөтә, бәхетле яҙмыш юрай. Бөтә ил кисергән афәт мәлендә аҡ биләүҙәге бала аҡ өмөттәр уятҡандыр, йыуаныстары һәм ҡыуаныстары булғандыр, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға рух күтәренкелеге, көс тә биргәндер…
• Гөлназ Ҡотоева мәҡәләһе «Айгөлдөң моң иле»
Йырсы, Сибай концерт-театр берекмәһенең йөҙөк ҡашы Айгөл Ғәйнислам ҡыҙы Әсәҙуллина 1983 йылдың 26 авгусында, ҡыҙ йондоҙлоғо аҫтында, Әбйәлил районы Хәлил ауылында донъяға килгән. Атаһы Ғәйнислам Шәйхислам улы ла, әсәһе Миңзәлә Сәйфулла ҡыҙы ла ун балалы ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Ә үҙҙәре өс балаға ғүмер биргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Айгөлдөң бер туған Гөлдәр һеңлеһе мәрхүмә булып ҡала, ә Руслан ҡустыһы, башлы-күҙле булып, айырым донъя көтә.
• Рәсүл Байгилдин мәҡәләһе «Уңған атай»
«Ниһайәт, атайыбыҙҙың хыялын тормошҡа ашырҙыҡ – ул барлыҡ ейән-ейәнсәрҙәре менән фотоға төштө. Эйе, кинйәкәйебеҙ Линарҙан башҡа, барыбыҙ ҙа йыйылдыҡ. Аллаға шөкөр, һау-сәләмәтбеҙ, шунан башҡаһы кәрәкмәй ҙә беҙгә…» Был юлдарҙы социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһенә Ришат Шәкир улы Кәримовтың өлкән улы, Өфө ҡала клиник перинаталь үҙәгенең анестезиология һәм реанимация бүлеге мөдире Илдар яҙып ҡуйған.
• Альбина Ғөбәйҙуллина мәҡәләһе «Мөғжизә тыуҙырыусы»
Хан һарайылай йортон тотош йәшеллеккә күмеп, унда боронғо ҡомартҡыларҙан музей булдырған, мәктәп уҡыусыларын ихлас ҡаршылап, халҡыбыҙҙың тарихи мираҫы менән таныштырыуҙы үҙенең изге бурысы итеп алған һөйкөмлө ханымға һоҡланмау мөмкин түгел. Донъяға иҫ китмәле ҙур мөхәббәт менән баҡҡан Фәнисә Муса ҡыҙы Бикбаеваның ғүмер юлы ла, яҙғы йылғалай, мул һыулы, ажғыр һәм бормалы.

һәм бик күп ҡыҙыҡлы мәҡәләр менән танышырһығыҙ.Көтәбеҙ.

6+