logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы һәм публицист Рамазан Ғимран улы Өмөтбаевтың тыуыуына- 100 йыл .

Башҡорт АССР-ының  Юғары Советы депутаты, БАССР Юғары Советы Президиумы ағзаһы.
1924 йылдың 7 апрелендә  Әлмөхәмәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 13 йәшенән колхозда эшләй башлай.  Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Курск дуғаһындағы һуғыштарҙа ҡаты яралана.

Күп йылдар совет һәм партия органдарында эшләй. 60-70-сы йылдарҙа – КПСС-тың Баймаҡ районы комитетының беренсе секретары, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының партия органдары бүлеге мөдире, Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары вазифаларын башҡара. Ленин ордены, “Почет билдәһе”, 1-се  һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, БАССР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамоталары, күп миҙалдар мелән бүләкләнә. Диссертация яҡлап, иҡдисад фәндәре кандидаты ғилми  дәрәжәһен ала. “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Сағыу публицист   һәм яҙыусы булараҡ киң танылыу ала. “Оло Ҡыҙыл ярҙарында” тип аталған эпик трилогия, күп кенә повестәр һәм хикәйәләр авторы. Уның “Һары ҡолаҡ” хикйәһе  буйынса нәфис фильм төшөрөлә. Р. Г. Өмөтбаев, шулай уҡ, ауыл хужалығы иҡдисады буйынса  монографиялар авторы ла. БАССР, РСФСР һәм СССР яҙыусылар союзы ағзаһы. Баймаҡ, Әбйәлил райондарының һәм республикабыҙҙың күренекле шәхесе Ким Әхмәйәнов исемендәге премияның беренсе лауреаты була.
Республикала Р. Г. Өмөтбаев иҫтәлеген мәңгеләштереү өсөн күп эш башҡарылған. Уфала, Баймаҡта һәм Сибайҙа ул йәшәгән һәм эшләгән биналарға таҡтаташтар урынлаштырылған. Сибай, Баймаҡ ҡалаларында, Асҡар, Сиҙәм ауылдарында  Рамазан Өмөтбаев исемендәге урамдар бар. Әлмөхәмәт ауылындағы мәктәп һәм Сибай ҡалаһындағы лицей уның исемен йөрөтә. Шулай уҡ Әлмөхәмәттә музей булдырылған.

Юбилей айҡанлы  район китапханаһының  уҡыу залы “Шәхестең яҡты эҙе” исемле китап күргәҙмәһен тәҡдим итә.

7+