logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

Китап уҡыусы дуҫтарыбыҙ!

Китапханаға “Шоңҡар”ҙың беренсе һаны килде.

Йортта ла, эштә лә бергә булған Сәлмәновтарҙы ҡауыштырыусы – ул мөғжизәле театр донъяһы. Исеме үк әйтеп тороуынса, йәштәр театры. Бында эшләүселәр төрлө йәштә булыуға ҡарамаҫтан, күңелдәре, хистәре менән һәр ваҡыт йәшлек мәлендә ҡала. Һәр кем үҙенең барыр юлын үҙе һайлай. Кемдер ҡанат нығытҡан ояһынан ситтә йәшәүҙе хуп күрә, кемдер бейегерәккә осорға теләй. Ә Рәмзил менән Әлфирә башланғыстарына тоғро ҡалып, Милли йәштәр театрына тағы ла оҙаҡ йылдар хеҙмәт итергә ниәтләй. Уларға бары тик ижади уңыштар, ғаилә именлеге, бәхетле ғүмер теләйек…

Сәлмәновтарҙың күңел донъяһы, маҡсаттары хаҡында журналдың “Яратҡан эш – тормош биҙәге” тигән мәҡәләлә таныша алаһығыҙ. Арабыҙҙан иртә киткән йәш ғалимә Гөлнар Юлдыбаева хаҡында әхирәте  Нәркәс Хөббөтдинова иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.

Был һанда шулай уҡ әҙәбиәткә мул урын бирелгән. Ошо көндәрҙә 55 йәшен билдәләгән Айһылыу Ғарифуллинаның бер шәлкем шиғырҙары донъя күргән.

Танылған прозаик Зифа Ҡадированың “Яраларың менән яратырмын” повесы, Таңсулпан Рәсүлдең “Мең һумлыҡ ғүмер” хикәйәһе лә әҙәбиәт һөйөүселәргә оҡшар тип ышанабыҙ.

Журналда тағы ла нимәләр булыуын баҫманы ҡулығыҙға алғас белереһегеҙ.

 

11+