Ҡәҙерле китап уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
«Башҡортостан ҡыҙы» журналының быйылғы йылдың беренсе һаны менән китапхананың уҡыу залында таныша алаһығыҙ.
Журналда:
– Баш мөхәррир һүҙе.
– «Ғаилә янсығы» рубрикаһында – Берҙәм пособие кемгә тейеш һорауына, Рәсәй Социаль фонды Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Эльвира Фазлетдинова яуап бирә.
– «Милли йолаларыбыҙ» рубрикаһында -ҡыҙ күҙләү, мәһәр килтереү, никах туйы һ.б кеүек йолалар менән таныштырыу.
– Зөлфирә Ҡаҙаҡбаеваның яңы хикәйәһе тәҡдим ителә.
– «Башҡорт өйө» бәйгеһенә рәхим итегеҙ!
Һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән танышырһығыҙ. Килегеҙ, рәхәтләнеп, яйлап, тәмләп уҡып сыға алаһығыҙ.
6+