logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

«Ватандаш» журналының август һанын алып уҡый алаһығыҙ китапхананан.

Ҡыҫҡаса күҙәтеү:

  • Журналды асып ебәргән мәҡәлә башҡорт атына бәйле. Баймаҡ районының Ирәндек итәгендәге Граф күле буйында икенсе тапҡыр «Башҡорт аты» фестивале уҙҙы. Был сараның республикабыҙ өсөн мөһимлеге тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәйҙер. Быйылғы фестивалгә ат үрсетеүсе, ат яратыусылар ниндәй һөҙөмтәләр менән килде, бер йыл эсендә ниндәй ҡаҙаныштарға иреште, алда тағы ниндәй үҫеш юлдары күҙаллана – ошо турала Рәшиҙә Мәһәҙиева менән Рәйлә Ғәлиеваның мәҡәләһенән уҡып белерһегеҙ.
  • Баймаҡ районының «Саптар» өлгөлө бейеү студияһы – республикала уңышлы эшләгән ансамблдәрҙең береһе. Халыҡсан бейеүҙәре менән әсир иткән коллективты хәҙер Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә яҡшы беләләр. Студия етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Бакиров менән сәнғәткә алып килгән һуҡмаҡ, бейеү студияһының ойошторолоуы хаҡында «Замандаш» рурикаһында урын алған әңгәмәлә һүҙ бара.
  • Ришат Халиҡов, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле, оҙаҡ йылдар дипломат булып хеҙмәт иткән. Ил өсөн мөһим генә түгел, тарихи, иҫтәлекле сараларҙа ҡатнашырға насип була, илебеҙ мәнфәғәтен яҡларға, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә йыш тура килә уға. Был хаҡта сәйәсмән «Записки дипломата» тигән китап та сығарған. «Сәйәсәт» рубрикаһында Ришат Нурахман улы журнал уҡыусыларға үҙенең хәтирәләре менән ихлас бүлеште.
  • Тамара Хоҙайбирҙина – башҡорт балеты сәнғәтендә тәрән эҙ ҡалдырған балерина. «Мөғлифә»һе менән бүтәндәрҙе башҡорт халҡына ғашиҡ иттерә алған бейеүсе, аҡылы, күркәм холҡо менән бөгөн дә һағынып иҫләрлек остаз ул. Оло шәхестең тыуыуына 100 йыллыҡҡа ҡарата «Хәтер» рубрикаһында уның тураһында матур хәтирәләр тупланған.
  • Ҡатай башҡорттары менән ҡаҙаҡтар араһында ер өсөн алыштар булып торған. Шундай бер сыуалыш ваҡытында ҡаҙан элә торған таған эргәһендә ҡаҙаҡ сабыйы ятып ҡалған, һуңынан балаға Таған тигән ҡушамат таҡҡандар. Башҡорттар уны үҙ итеп үҫтергән. Ике халыҡ араһында дуҫлыҡ урынлашҡас, бала артынан үҙ атаһы килгән, әммә Хәмзә башҡорт еренә ерегеп, үҙ төйәге һанап, ҡайтыуҙан баш тартҡан. Үҙ ырыуынан башҡорт ҡыҙына өйләнгән. Шулай башланып киткән Тағановтарҙың шәжәрәһе, тип бәйән итә Силәбе өлкәһенән Галина Федотова. Билдәле шәхес Ғәлимйән Таған нәҫелдәренең тарихын уҡыу ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә.
  • «Әҙәбиәт һәм йәштәр» рубрикаһында йәш шағирә, Өфө Финанс университеты колледжы уҡытыусыһы Зарина Бағышаева-Нәзирова менән йылы ғына әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.
  • Шиғриәт биттәрендә уҡыусы белорус шағирҙарының ижады менән танышыр, Гөлдәриә Йосопованың шиғырҙарын уҡып кинәнә алыр. «Проза»ла Санкт-Петербург ҡалаһынан яҙыусы Ирина Буторинаның «В Одессу на майские» тигән романының башын тәҡдим итәбеҙ.

Бынан тыш та уҡыусы иғтибарын йәлеп итерлек бүтән мәҡәләләр бар баҫмала. «Ватандаш»ты уҡығыҙ, дуҫтар, мәғлүмәтле һәм мәғрифәтле булығыҙ!

 

0