logo
Муниципальное автомное учреждение
Мечетлинская межпоселенческая библиотечная система муниципального района Мечетлинский район
Республики Башкортостан

Һөйөнсө!  «Шонҡар” журналының аперель һаны килде китапханаға.

Журналда:

Был юлы журналдың тышлығын Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге хеҙмәткәре, йәш архелог  Дим Ғиззәтовтың һүрәте  биҙәй. “Һәр баламдың уңышына ҡыуанып йәшәйем” тигән мәҡәлә Ғафури районы Бурлы ауылында йәшәгән күп балалы Сәлимйәновтар ғаиләһе хаҡында. Әҙәбиәт һөйөүселәргә Рамаҙан Өмөтбаевтың “Көмөш даға” тигән повесы, Әминә Яхинаның “Зөбәйер” исемле хикәйәһе тәҡдим ителә. Сибай ҡалаһында йәшәгән Таңсулпан Вәлиева һәр ваҡыт эҙләнгән, бер урында тик торорға яратмаған, оҫта ҡуллы  замандаштарыбыҙҙың береһе. Уның эше хаҡында “Матурлыҡ өләшеүҙән йәм табам” тигән яҙмала танышырға мөмкин. Рәүеф Шаһиевтың “Юлдаш итеп үткер ҡәләмде” тигән хәтирәһе журналист, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Ризван Хажиевтың яҡты иҫтәлегенә арнала. Ҡыҫҡаһы, тағы ла бихисап ҡыҙыҡлы, фәһемле яҙмалар бар. Уларын журналды ҡулығыҙға алғас, үҙегеҙ күрерһегеҙ.

 

10+